Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2022, 14:00

Гран-при!

"Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы Гран-приға лайыҡ булды. Был турала БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Гран-при!Гран-при!
Гран-при!

Республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарында ҡатнашып, 118 миҙал алды (уларҙың 67-е — алтын, 37-е — көмөш һәм 14-е — бронза).

Төбәк стенды тәҡдим ителгән продукцияның төрлөлөгө һәм үҙенсәлекле дизайн менән айырылып торҙо - иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһе, Өфөлә "АпиМир" форумын үткәреүгә бәйле, умартасылыҡ темаһына ярашлы эшләнгәйне.

Фото: agriculture.bashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас