Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2022, 17:30

Генерал-майор Шайморатов һәйкәле тураһында ҡыҙыҡлы факттар

11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Ошо йәһәттән ҡаланың яңы иҫтәлекле урыны тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешәбеҙ.

Генерал-майор Шайморатов һәйкәле тураһында ҡыҙыҡлы факттар
Генерал-майор Шайморатов һәйкәле тураһында ҡыҙыҡлы факттар

1. Был һәйкәл - тарих. Бөйөк башҡорт геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов көсөргәнешле минутта күрһәтелгән, әммә архитектура ҡоролмаһы барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларға арналған.

2. Совет майҙаны - Башҡорт кавалерия дивизияһы юлының башы, бында 1942 йылдың мартында Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа барырға әҙерлеге тураһында отчет биргән.

3. Проектты тиҫтәләрсә кеше ижад иткән. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтан һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтан тыш, уның өҫтөндә художество эксперттары, ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа эшләгән.

4. Композиция башҡорт гранитынан эшләнгән. Дөйөм ҙурлығы - 62х29 метр, бейеклеге - 15 метр. Колоннада 24 колоннанан һәм 6 ярымтүңәрәк пилястрҙан тора. Ансамблгә бөтәһе 40 тоннанан ашыу бронза киткән. Композицияны Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең өс предприятиеһында ҡойғандар.

5. Өфөгә һәйкәлде бер нисә өлөшкә бүлеп килтереп, урында йыйғандар. Ул Европалағы, Мәскәүҙәге, Петербургтағы ябай ат статуяларынан ҙурыраҡ.

6. Һәйкәл янында ике сквер һәм ҡоро фонтан барлыҡҡа килде. Хәҙер Совет майҙанында Рәсәй кимәлендәге заманса архитектура, унда йәйен - фонтан, ҡышын һырғалаҡ буласаҡ.

7. Совет майҙанындағы легендар куранттар һәйкәлде рәсми асҡандан һуң көн һайын төш мәлендә "Шайморатов генерал" көйөн уйнаясаҡ.

8. Генерал Шайморатовҡа һәйкәл - Өфөнөң иҫтәлекле урыны буласаҡ: баш ҡала буйлап экскурсия тап Совет майҙанынан башланасаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: