

Бәләбәй районының Шаровка ауылында киске сәғәт һигеҙ тирәһендә 56 йәшлек ир "К-701" тракторында түңкәрелеп, һәләк булған.
Фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү бара.
Хөрмәтле водителдәр, аҙна башынан алып республикала 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ете кеше һәләк булған, 63 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Юл-транспорт ваҡиғаһында бәләгә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ теүәл үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Хәүефһеҙ юлдар һеҙгә!
Фото: БР ЮХХДИ.