Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октября 2022, 05:50

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының колл-үҙәге 464 шылтыратыу ҡабул иткән

Махсус хәрби операцияла ирекмән булып һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған штаб "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында 26 сентябрҙә эшләй башлағайны.

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының колл-үҙәге 464 шылтыратыу ҡабул иткәнМ.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының колл-үҙәге 464 шылтыратыу ҡабул иткән
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының колл-үҙәге 464 шылтыратыу ҡабул иткән

Республикала бөтәһе Шайморатов исемендәге 64 ирекмәндәр штабы эшләй, 63-ө -"Берҙәм Рәсәй"ҙең урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында.

Кoлл-үҙәккә 8 800 201 89 03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Штаб көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Бынан тыш, Өфөнөң барлыҡ райондарында ла махсус хәрби операцияла ирекмән булып һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға посылкалар ебәреү пункттары эшләй ((https://ufacity.info/press/news/471424.html)

Посылканы Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы аша ла ебәрергә мөмкин (https://bashkortostan.er.ru/pages/volonterskie-shtaby-im-m-m-shajmuratova-mestnyh-otdelenij-partii).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас