

Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһе атыу ҡоралы менән эш итеүҙә, көрәш алымдарын белеүҙә, шулай уҡ беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүҙә белемен күрһәтте, криминалистика, махсус әҙерлек буйынса зачет тапшырҙы.
Һөҙөмтәлә "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" исеменә Благовар районынан полицияның өлкән лейтенанты Динар Имаев лайыҡ булды.
Икенсе урынды Өфөнән полиция лейтенанты Динә Минина яуланы.
Өсөнсө урынды Дүртөйлө районынан полицияның өлкән лейтенанты Линар Фәхретдинов алды.
Айырым дисциплиналарҙа ла еңеүселәр билдәләнде: махсус әҙерлек буйынса еңеүсе - Белореттан полицияның өлкән лейтенанты Юлиә Йосопова; атыу буйынса - Кушнаренко районынан полиция майоры Айгөл Арыҫланова, физик әҙерлек буйынса - Өфөнән полицияның өлкән лейтенанты Арыҫлан Арғынбаев, медицина әҙерлеге буйынса - Салауаттан полицияның өлкән лейтенанты Динис Бикбулатов, криминалистика буйынса еңеүсе - Ғафури районынан полицияның өлкән лейтенанты Илгиз Тоҙбәков.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.