

Әлбиттә, уға иң тәү сиратта һаулыҡ теләйбеҙ. Ул үҙенең тыуған көнөнә һәм ил халҡына бүләк эшләне шикелле - Рәсәй сиктәрен киңәйтте.
Әйткәндәй, ул Башҡортостанға ҙур теләк менән килә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты ла, энергиялы, йәш, яуаплы етәксе, тип атай. Элегерәк (2001 йылда) беҙҙең республика тураһында әйткән бер һүҙе һәр кемдең хәтерендәлер: "Башҡортостанда ике тамсы һыу кеүек үҙенең мәҙәни, дини, тел күптөрлөлөгө һәм халыҡтар дуҫлығы менән беҙҙең бөтә Рәсәй сағыла".
Фотола Владимир Путин илебеҙ тайгаһында ялда ваҡытта. Ә ул күп тыуған көнөн эштә үткәрҙе. Уны уҫал дәүләт лидеры, оҫта стратег, тәжрибәле сәйәсмән, алдына алғанын эшләүсе, яҡшы дуҫ, ышаныслы партнер, иле өсөн эшкә бар ғүмерен арнаусы намыҫлы етәксе, тип беләләр. Нисек кенә булмаһын, ул - беҙҙеке! Иҫән-һау бул, Владимир Владимирович!