Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октябрь 2022, 06:41

Тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде

Ҡазан ҡалаһы ЗАГС-ында Асҡын районынан өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби әҙерлек үтергә юлланған яҡташыбыҙ Данис Ниғәмәтйәнов ҡатыны Рәмилә менән ғаиләһен законлаштырҙы. Улар быға тиклем дә татыу йәшәгән, ике бала үҫтерәләр.

Тағы бер ғаилә барлыҡҡа килдеТағы бер ғаилә барлыҡҡа килде
Тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде

Был турала социаль селтәрҙә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итә.

Баҡһаң, аҙна башында Данис Рәфис улы район хакимиәтенә никахын рәсми теркәүҙәр һорап мөрәжәғәт иткән. Хакимиәт тиҙ арала БР Юстиция буйынса дәүләт комитетына сығып, ЗАГС-ҡа инеүҙе тиҙләтеү тураһында әйткән. Һәм бына Ҡазандың ЗАГС бинаһында улар законлы рәүештә ир менән ҡатын булды. Данис менән Рәмиләнең ике балаһы бар: Регинаға – 12, Егорға 9 йәш.

Әйткәндәй, бер нисә көн элек Һарытауҙа ла Башҡортостандан хәрби әҙерлек үткән егет янына килгән һөйгәненә тәҡдим яһағайны.

Иң мөһиме - һәммәһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: vk.com (Динис Юсупов)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас