

Был яңылыҡ республика милкендәге һәм тейешле объекттары булған барлыҡ мәктәптәргә лә ҡағыла. Исемлеккә спорт һарайҙары, боҙ ареналары, спорт үҙәктәре, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, спорт һәм уйын залдары, стадиондар бар.
Белем усағы һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселеге раҫлаған тәртип буйынса дәрестән тыш ваҡытта теләгән һәр кем спорт залында шөғөлләнә ала. Хеҙмәттәр бушлай, ташламалы һәм түләүле булырға мөмкин.
Әлеге ҡарар Рәсәй Президент Владимир Путиндың «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында» указына ярашлы ҡабул ителгән.
Фото: Т. АМАНОВ.