+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октябрь 2022, 17:00
Ир-егеттәр китә ил һаҡларға
Ир-егеттәр китә ил һаҡларға, Ишетелеп ҡала йыр башы. "Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй, Ир-егеткәй менән ат башы." Ҡулына ҡорал алған,яуға барған, Ил һаҡлаған әүәл-әүәлдән. Аямаған үҙен,биргән йәнен, Бирелмәгән еңеү еңелдән. Ил хәстәре-ирҙәр иңдәрендә, Ҙур яуҙарға уға бараһы. Үҙе өсөн түгел,иле өсөн, Йоҡлаһын тип мышнап балаһы... Ир-егеттәр һаҡлай илдең ҡотон, Ҡатын-ҡыҙҙар өйҙөң усағын. Яуға киткән ирен именлектә, Ҡаршы алһын йәйеп ҡосағын. Балаһынан яҙып әсәйҙәр ҙә, Күҙ йәштәрен бер үк түкмәһен. Һуғыш ғазаптарын кисереп, Бер кемдәр ҙә ыҙа сикмәһен. Сабыйҙар ҙа етем ҡалмаһындар, Атайҙары булһын иркәләр. Йорт-илдәрҙә тыныслыҡтар булһын, Һәм хәйерле булһын иртәләр. ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
Ир-егеттәр китә ил һаҡларға
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"