Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2022, 10:10

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм уның урындағы бүлексәләре нигеҙендә ойошторолған М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә.

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләйШайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй
Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй

Волонтер-белгестәр социаль, психологик йәһәттән ярҙам күрһәтә, йорт йәки хужалыҡ буйынса ярҙам итә, ғариза биреүсе иҫәбенә беренсе кәрәк-яраҡ, мәҫәлән, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтерә ала.
М.М. Шайморатов исемендәге штаб көн һайын 09:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләй.
Ярҙам кәрәк булһа, бәйләнеш үҙәге телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-201-89-03
Башҡортостандағы ирекмәндәр үҙәктәренең адрестарын һәм телефондарын ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.cc/chaeaW
Әгәр үҙегеҙ волонтер булып, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ғаиләләренә ярҙам итергә теләһәгеҙ, бәйләнеш үҙәге телефонына йәки "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан биләмәһендәге ниндәй ҙә булһа бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас