

Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, әлеге йылдың сентябрендә Ратмир Мәүлиев тураһында 6 585 хәбәр баҫылған. Рейтинг 78 меңдән ашыу сығанаҡты – телевидение-радионы, гәзит-журналдарҙы, мәғлүмәт агентлыҡтарын, интернет-киң мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә алған киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Медиарейтингка 28 баш ҡала башлығы һәм Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡала хакимиәте башлыҡтары ингән.
Фото: Т. АМАНОВ.