Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2022, 08:45

Муттарҙы байыталар...

Шишмә районында йәшәгән ҡатынды "банк кураторы" алдаған. Сит илгә ебәрелгән аҡсаларҙы тикшереү һылтауы менән шылтыратҡан әҙәм матур итеп һөйләшеп, ҡатындың ышанысын яулаған. Гүзәл зат вәкиле ят ирҙең ҡармағына ҡабып, иҫәбендәге бөтә аҡсаны, йәнәһе лә, муттар ҡыҙыҡмаһын өсөн, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсергән. Ҡатындың эскерһеҙлегенән файҙаланған аферист уны артабан арбап, 1 миллион һумлыҡ кредит алырға һәм аҡсаны шул уҡ "хәүефһеҙ" адрестар буйынса ебәрергә күндергән. Артыҡ ышаныусанлыҡтың хаҡы - 1 миллион 200 мең һум.

Муттарҙы байыталар...Муттарҙы байыталар...
Муттарҙы байыталар...

Благовар районынан 54 йәшлек ир тәүҙә шылтыратыусы әҙәмгә, "банк хеҙмәткәренә", ышанмаған. Ләкин аферист та ныҡыш булып сыҡҡан, уны өгөтләүҙән, ҡурҡытыуҙан туҡтамаған. Һәм ир уның өгөтөнә бирелеп, миллион һумдан ашыу кредит алып, билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән.

Тәүлек эсендә генә 12 кеше муттарҙы 3,5 миллион һумға байытҡан...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас