

Кесаҙна, 6 октябрҙә, Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, республикала тәүлек дауамында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә – 4-9 градус йылы, көнсығышта 3 градусҡа тиклем һыуытып ҡырау төшәсәк. Көндөҙ – 9–14, көньяҡ-көнсығышта 17 градус йылы. Уртаса ел көньяҡтан иҫә.
Йома, 7 октябрҙә, бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә – 3–8, көндөҙ 7–12 градус йылы.
Фото: Т. Аманов