Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2022, 11:39

Күмәк күңел асыу саралары булмаясаҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Республика көнөндә күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрам сараларынан һәм салюттан баш тарталар. 

Күмәк күңел асыу саралары булмаясаҡКүмәк күңел асыу саралары булмаясаҡ
Күмәк күңел асыу саралары булмаясаҡ

Байрам программаһында Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу ҡаралған. төп сараларҙың береһе - Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу. Киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, һуңынан Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуған» тигән концерты ойошторола.

Ә башҡа күңел асыу саралары, салюттар булмай, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас