Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2022, 11:40

Бөгөн бүздәктәр батыр улы менән бәхилләште

БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов Бүздәк районында ысын яугирҙе, Ватанды һаҡлаусыны, гвардия подполковнигы Ленар Рөстәм улы Йәнекәевты һуңғы юлға оҙаттыҡ тип социаль селтәр сәхифәләренә яҙҙы.

Бөгөн бүздәктәр батыр улы менән бәхилләштеБөгөн бүздәктәр батыр улы менән бәхилләште
Бөгөн бүздәктәр батыр улы менән бәхилләште

Вице-премьер офицерҙың ҡатынының, әсәһенең, яҡын-туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм район хакимиәте башлығына яугирҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса сараларҙы уйларға ҡушты.

Траур церемонияһында Ирек Сәғитов Ленарҙың әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырып үтте.

Белешмә:

Ленар Еникеев Бүздәктең 2-се мәктәбен тамамлаған. Юғары артиллерия командирҙар училищеһында уҡыған. Биш йыл Чечняла хеҙмәт иткән. 20 марттан алып Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн Батырлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы менән наградланған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас