Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2022, 04:30

Күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

10 кешене янған йорттан сығарғандар. Ҡыҙғанысҡа күрә, йәрәхәтләнеүселәр ҙә бар.

Күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡанКүп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан
Күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

Бөгөн төндә Октябрьский ҡалаһының Беренсе май урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.

Билдәле булыуынса,  ике бүлмәле фатирҙың балконында 6 квадрат метр майҙанда йорт мөлкәте янған.

Янғын һөҙөмтәһендә 1983 йылғы ҡатын төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ул  Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһына оҙатылған.

Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас