

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
Сыр – 150 г
Йөҙөм – 70 г
Ҡара емеш – 70 г
Сәтләүек – 70 г
Сөгөлдөр – бер баш
Кишер – 2 дана
Һарымһаҡ – 2 тырнаҡ
Майонез, тоҙ – тәменсә
4 порцияға иҫәпләнгән.
Әҙерләү:
Ҡырғыста ҡырылған кишергә йөҙөм, майонез ҡушып бутарға. Сырҙы ҡырып, уға иҙелгән һарымһаҡ һәм майонез ҡушырға. Бешкән сөгөлдөрҙө ҡырып, ваҡланған сәтләүек, ҡара емеш ҡушып, майонез һалып бутарға. Хәҙер ҙур һауыт алығыҙ ҙа салатты ҡатлап һалығыҙ: тәүҙә кишер массаһын, унан сырҙы һәм сөгөлдөрҙө. Үҙегеҙсә биҙәгеҙ.