

Кисә Күгәрсен районының Ҡанаҡас ауылында тракторға ут ҡаба. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары оҙатыла.
Янғында Т-40/М тракторы зыян күргән. Үкенескә күрә, 1968 йылғы ир термик бешеүҙәр алған. Табиптар мәғлүмәте буйынса, ир II-III дәрәжәле бешеү алған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул дауаханала ятыуҙан баш тартҡан.
Янғынға транспорт сараһының төҙөк булмауы сәбәпсе. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.
Фото: Т. Аманов