Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октября 2022, 06:00

Әсирлеккә эләккән яҡташыбыҙҙы ҡотҡарасаҡбыҙ

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан тотҡонға эләккән хәрби тураһында видеояҙма таралған.

Әсирлеккә эләккән яҡташыбыҙҙы ҡотҡарасаҡбыҙӘсирлеккә эләккән яҡташыбыҙҙы ҡотҡарасаҡбыҙ
Әсирлеккә эләккән яҡташыбыҙҙы ҡотҡарасаҡбыҙ

Билдәле булыуынса, ир республиканың Яңауыл районында тыуып үҫкән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда Украинала әсирлеккә эләгә. Киң таралған видеояҙмаға Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов яуап бирҙе. Чиновник социаль селтәрҙә хәлдең контролдә булыуы, властар хәрби хеҙмәткәрҙе әсирлектән ҡотҡарыу өсөн төрлө юл эҙләүен әйтте.

- Кешеләр бер-береһенә был видеояҙманы тарата, нимә эшләргә белмәй. Иң мөһиме – шәхси кимәлдәге билдәһеҙ мәғлүмәт ижтимағи шаңдау тыуҙыра. Шуның менән бергә мутлашыусыларҙан да ялған мәғлүмәттәр килә. Ә хәлде дөрөҫ аңламау Украина пропагандаһына ыңғай йоғонто яһай. Аңлатып үтәм: был мәсьәлә буйынса беҙ республика етәкселеге менән берлектә эш алып барабыҙ. Хәлде контролдә тотабыҙ, егетте ҡотҡарырға кәрәк һәм бер-беребеҙ менән хәбарҙар булыу мотлаҡ,  – тип яҙҙы Илшат Вәзиғәтов.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас