Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2022, 16:00

Шайморат вариҫтары

  Сал быуаттар төпкөлөнән Һаҡлана башҡорт даны, Ҡайҙа ғына түгелмәгән Батыр халыҡтың ҡаны.   Париж, Берлин урамдары Һаҡлай башҡорт эҙҙәрен, Әле яҡлай Дон һәм Луган, Данлы Донбасс ерҙәрен.   Алғы һыҙыҡта бөгөн дә Ҡаһарман башҡорт улы, Дошмандарҙы еңеп ҡайтһын, Ватаны көтә уны.   Ҡушымта: Һай, башҡорт улдары, Салауат тоҡомдары, Имен-һау илгә ҡайтһындар, Алдан ҡайтһын дандары! Һай, башҡорт улдары, Шайморат вариҫтары, Имен - һау илгә ҡайтһындар, Алдан ҡайтһын дандары!! Фирүзә Абдуллина.

Шайморат вариҫтарыШайморат вариҫтары
Шайморат вариҫтары

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас