Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2022, 15:15

Ҡотло булһын өйөгөҙ!

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәргә яңы фатирҙарҙан асҡыс тапшырылды.

Ҡотло булһын өйөгөҙ!Ҡотло булһын өйөгөҙ!
Ҡотло булһын өйөгөҙ!

Мәктәп урамындағы күп фатирлы йорт "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.

- Тағы ла 25 ғаилә - 74 кеше - яңы фатир алыу бәхетенә эйә булды. Миәкә районы быйыл авария хәлендәге торлаҡтан кешеләрҙе күсереү буйынса сараларҙы ваҡытынан алда тамамланы, - тип билдәләне төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Авария хәлендәге торлаҡ фонды директоры урынбаҫары Алексей Малинский ҡатнашты.

- Яңы торлаҡҡа күсеү - һәр ваҡыт шатлыҡлы ваҡиға. Өй туйлаусыларҙы иркен, төҙөкләндерелгән фатир менән ҡотлайым. Һеҙҙең йортта бәхет, йылылыҡ һәм йәм тантана итһен, - тине Алексей Малинский.

Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов һүҙҙәренсә, яңы микрорайонда кәрәкле инфраструктура бар: асфальт юл һалынған, 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы, магазиндар төҙөлгән, балалар баҡсаһы менән 80 урынлыҡ башланғыс мәктәп төҙөү планлаштырыла.

- Халыҡ үҙ йорттарында рәхәтләнеп йәшәһен өсөн, артабан да биҫтәне үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Бәхетле тормош, һаулыҡ теләйем һәм шундай шатлыҡлы көндәр күберәк булһын, - тип билдәләне Ришат Аҡтуғанов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Миәкә районы биләмәһендә Комаров урамындағы 2-се һәм 4-се һанлы йорттарҙы күсереү планлаштырылғайны. Ошо маҡсатта ике өс ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөлгән. "Стройвысота-Инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2021 йылдың июнендә йорттарҙы төҙөй башлағайны. Беренсе йорт 2021 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылып, ете ғаилә яңы фатир асҡыстарын алды (ике ғаилә - аҡсалата компенсация). Икенсе йорт 2022 йылдың авгусында файҙаланыуға тапшырылды. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү - РФ Президенты ҡуйған иң мөһим бурыстарҙың береһе.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Ҡотло булһын өйөгөҙ!
Ҡотло булһын өйөгөҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас