Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2022, 11:55

Һалымығыҙҙы түләгеҙ!

1 декабргә тиклем һалым буйынса бурыстарығыҙҙы түләгеҙ!

Һалымығыҙҙы түләгеҙ!Һалымығыҙҙы түләгеҙ!
Һалымығыҙҙы түләгеҙ!

 

Башҡортостандың Финанс министрлығы республикала йәшәүселәргә күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һәм ергә һалым түләү кәрәклеген иҫкә төшөрә. Сентябрҙә граждандар — хаттар, ә һалым түләүсенең «Шәхси кабинеты» булғандар электрон белдереү ҡағыҙҙары алырға тейеш.

Республикала йәшәүселәр 1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләп ҡуйырға бурыслы.

Һалым белдереүендә һалым түләнергә тейеш милек объекттары ғына күрһәтелә. Әгәр һалым түләүсегә һалым түләүҙән азат иткән льгота бирелһә, бындай объект һалым белдереүендә сағылыш тапмай. Шулай уҡ түләүҙәрҙең суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй.

   Әгәр 1 ноябргә тиклем белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанцияны һалым инспекцияһында йәки күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл халыҡҡа 2 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас