Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октябрь 2022, 12:05

“Һуйыр ояһы” салаты

Үҙенсәлекле ризыҡ килеп сыға.

“Һуйыр ояһы” салаты
“Һуйыр ояһы” салаты

Ингредиенттары:

Тауыҡ филеһы – 400 г

Йомортҡа – 4 дана

Картуф – 4 дана (уртаса ҙурлыҡта)

Һуған – ҙур бер баш

Ҡыяр – 2 дана

Укроп – тәменсә

Тоҙ – тәменсә

Майонез – 8 ҡалаҡ

Бүҙәнә йомортҡаһы – 4 дана (биҙәү өсөн)

Үҫемлек майы – ярты стакан (картуфты ҡыҙҙырыу өсөн)

Ҡаты сыр  – 100 г

Иретелгән сыр – 60 г

6 – 8 порцияға иҫәпләнгән.

Тауыҡ филеһын, йомортҡаларҙы бешереп һыуытырға. Һуғанды йоҡа түңәрәкләп киҫеп, ҡайнар һыуға һалып алырға. Картуфты таҙартып, бик йоҡа итеп турап, майҙа ҡыҙҙырырға (5 минут самаһы). Майы һарҡһын өсөн таҫтамалға һалырға. Укропты турарға. Сыр менән тауыҡ йомортҡаларын ҡырғыста ҡырырға (төрлө һауытҡа һалығыҙ). Итте, ҡыярҙы турарға.

Салат һауытына тәүҙә һуғанды һалырға. Шунан – тауыҡ итен. Өҫтөнә майонез һөртөргә. Артабан ҡыяр һалырға. Уға ла майонез һөрткәс, йомортҡа һалырға. Уның өҫтөнә – уртала бер аҙ соҡор ҡалдырып ҡырылған сырҙы. Соҡорға – укропты. Ситенә – картуфты. Бүҙәнә йомортҡаларын уртаға киҫеп, һарыһын алырға, уның урынына майонез, укроп, ҡырылған иретелгән сыр ҡушылған эслекте һалырға ла “оя”ға һалырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: