Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2022, 22:30

Тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Бөгөн Учалы районының Баттал ауылында Халыҡ-ара ололар байрамы айҡанлы, ил именлеге өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләп, ҡорбан ашы үткәрелде. 

Тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!
Тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Ауыл әүҙемдәре табын әҙерләп, килгән һәр кемде ихлас күңелдән тәбрикләне. Сараның тәүге өлөшө ололарға арналып, аҡһаҡалдарҙы, ағинәйҙәрҙе ауылдың хөрмәтле уҡытыусыһы Әлфиә Суфьянова ҡотланы, "Осҡон" бейеү ансамбле сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ил инәһе Гөлнәфис Әғзәмоваға 90 йәше уңайынан бүләк тә тапшырылды (ул үҙе килә алманы, бүләкте ҡыҙы алды).

Клуб мөдире Идиә Ғәлимова башҡарған шиғыр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын - әсә һәм ул, килен һәм ҡәйнә мөнәсәбәттәренә арналған һәр шиғри һүҙ йөрәккә үтте.

Ғабдулла һәм Лидиә Шәғәлиндар, Нурзилә һәм Илфат Бирғәлиндар ҡорбан салды, Муса Бирғәлин, Альберт Таһиров, Абдулҡадир Нурғәлин аяттар уҡыны. Бик яҡын кешеләр генә йыйылған кеүек тойолдо Баттал ауылы клубында - шул тиклем ихлас, берҙәм, татыу бында халыҡ.

- Тырыш, намыҫлы, талантлы кешеләр йәшәй был ауылда, - тип раҫланы Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан Батталға килеп эшләгән Идиә Ғәлимова. - Өлгәре көн социаль селтәрҙә мобилизацияға эләккән егеттәргә гуманитар ярҙам ойоштороу тураһында бер кәлимә һүҙ яҙғайным, бер көн эсендә 25 мең һум аҡса йыйылды! Шунда уҡ ҡалаға барып, 20 термокейем, водолазкалар, 50 пар йылы ойоҡбаштар һатып алып ҡайттым. Әйберҙәрҙе шаршамбы көнө Учалы ҡалаһына алып барып тапшырам. Үҙебеҙҙең тос өлөштө индерҙек! Кисә ауыл ҡатындары йәймәләр йәйеп, туҡмас ҡырҡһа, бөгөн иртә менән ир-егеттәр ҡаҙан аҫып, усаҡ яғып, ҡатын-ҡыҙҙар аш һалып, бешеренеп килеп, табын әҙерләп йөрөй ине. Шул тиклем уңғандар, берҙәмдәр, хайран ҡалырһың!

Берҙәм Баттал ауылы халҡының теләге бер: тиҙерәк тыныслыҡ тантана итеп, һәр кем өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: