

Дөгө оно – 400 г
Һыу – 400 мл
Шәкәр – 200 г
Крахмал – 4 ҡалаҡ
Соя соусы – 100 мл
Ете порцияға иҫәпләнгән.
Һыуҙы кәстрүлдә ҡайнатып, бер аҙ һыуытырға. Шунан он һалып, тиҙ генә болғарға. Йәбешкәк ҡамыр килеп сыға. Дөгө ҡамырын әстерхан сәтләүеге ҙурлығында түңәрәтеп, парҙа 20 – 25 минут бешереп алырға. Шул арала татлы соус әҙерләргә: бәләкәй кәстрүлгә һыу һәм соя соусын һалып, шәкәр, крахмал ҡушып, яҡшылап болғатып, шәкәре ирегәнсә ҡайнатырға. Дөгө шарҙары бешкәс, уларҙы ағас шпажкаға теҙеп, өҫтөнә соус ҡойорға. Татлы данго әҙер!