Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2022, 12:00

"Йәшлек" менән тәмлекәс" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндә аш-һыу оҫталары бәйгеһен иғлан итәбеҙ. Ул "Йәшлек"тең киләһе йылда билдәләнәсәк бер быуатлыҡ юбилейына арнала.

"Йәшлек" менән тәмлекәс" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Йәшлек" менән тәмлекәс" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Аш-һыу менән гәзитте нимә бәйләй, тиерһегеҙ? "Йәшлек"тә даими рәүештә тәмлекәстәр, төрлө ашамлыҡ әҙерләү рецепттары баҫыла, "Йондоҙло табын" рубрикаһын барыһы ла ярата. 

Конкурс шарттары ябай. Ялдарҙа ғаиләгеҙҙе һыйлау өсөн берәй тәмлекәс әҙерләгеҙ һәм өҫтөнә "Йәшлек", "Йәшлек"кә – бер быуат", "Йәшлек"кә – 100 йыл" тип яҙығыҙ һәм уны тотоп фотоға төшөгөҙ. Аҙаҡ ошо пост аҫтына

https://vk.com/wall-35065816_198832

тәмлекәстең рецебын яҙып, комментарий итеп һүрәтен һалығыҙ. Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә аҙыҡты исрафламаҫҡа һорайбыҙ.

Фотоһүрәттәрҙе 30 сентябрҙән 6 октябргә тиклем йыйып, һуңынан тауыш биреүгә ҡуябыҙ. Аҙаҡтан еңеүселәр тураһында гәзиттә фотоһүрәтләмә баҫылып сығасаҡ.

Һүрәттә: Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәгән Мәмдүҙә Дауытова инәй 2015 йылда "Йәшлек"тәргә ошолай итеп балан бәлеше бешергән ине

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: