Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2022, 05:10

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған

Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар.

Бөгөн Иглин ҡасабаһында иртәнсәк “Дуҫлыҡ” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә Виноград урамындағы йорт янып китә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Янғын һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күргән, уларҙың дүртәүһе, шул иҫәптән 2 һәм 9 йәшлек ике малай һәм ике өлкән кеше Өфөнөң 18-се дауаханаһына ебәрелгән. Иглин районы дауаханаһына алты йәшлек малай оҙатылған. Шулай уҡ Иглин районының Үҙәк район дауаханаһына 14 йәшлек малай менән 11 һәм 7 йәшлек ике ҡыҙҙы килтерәләр һәм табиптар күҙәтеүенә алалар.

Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. 

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас