Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2022, 05:40

Көн торошо

Башҡортостанда төндә ҡырау төшөүе һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Синоптиктар көндәрҙең ныҡ һалҡынайтыуы тураһында иҫкәртте.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторинглау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йома бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, республиканың көньяғында - уртасаға ҡәҙәр, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа - яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы төндә – 0–5 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 5 градусҡа тиклем һалҡынайтып ҡырау төшөүе фаразлана. Көндөҙ һауа температураһы – 3–8 градус йылы.

Елдең көньяҡтан уртаса иҫеүе көтөлә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас