Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2022, 13:32

З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев та яугир булып киткән

Мобилизацияланған ир-азаматтарыбыҙ көн һайын алыҫ юлға юллана: республиканың ҡалла-ауылдарынан килгән хәбәрҙәр аша яңылыҡтарҙы һәммәбеҙ белеп-күреп тора. Яу яланына юлланғандар араһында төрлө милләт вәкилдәре, һөнәр эйәләре бар – һәммәһе лә ил алдындағы бурысын үтәргә әҙер.Бөгөн дә Өфө ҡалаһынан бер төркөм мобилизацияланған ир-азаматтар юлға сыҡты. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, “БР тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәйев та бар.

З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев та яугир булып киткән
З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев та яугир булып киткән

 

Китапхана етәксеһе вазифаһын ул бер йыл элек башҡара башлағайны, быға тиклем республиканың Милли музейы директоры булып эшләгән.
– Илгә, халҡыбыҙға шунда оло һынау килгәндә, мин ситтә тороп ҡалмайым һәм яҡташтарым менән бергә Ватанды һаҡларға юлланам, - ти Марат Миңлеғәле улы.
Иң мөһиме, уға һәм барлыҡ ир-егеттәребеҙә имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: