

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
Баклажан – 4 дана
Ташҡабаҡ – 2 дана
Татлы борос – 2 – 3 дана
Помидор – 5 – 6 дана
Һуған – бер баш
Үҫемлек майы – 2 – 3 ҡалаҡ
Тоҙ – бер балғалаҡтан әҙерәк
Һарымһаҡ – 4 тырнаҡ
Шәкәр – бер семтем
Тәмләткестәр – самалап
Һыу – ярты стакан
4 – 5 порцияға иҫәпләнгән
Тәүҙә йәшелсәләрҙе турағыҙ. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, нисек теләйегеҙ, шулай булһын. Мәҫәлән, кемдер – шаҡмаҡлап, кемдер һалам кеүек итеп турай. Һуғанды, һарымһаҡты вағыраҡ итегеҙ.
Мультиварка һауытына үҫемлек майы ҡойорға ла, “Выпечка” режимына ҡуйырға. Һуғанды 3 – 4 минут ҡыҙҙырырға, уға помидор ҡушырға һәм тағы 7 – 8 минут бешерергә. Шунан борос, һарымһаҡ, баклажан (алдан һутын сығарып), ашҡабаҡ һалып, тоҙлап-борослап, тәмләткестәр, шәкәр (теләһәгеҙ), һыу һалып “Ҡыҙҙырыу” режимына 40 минутҡа ҡуйырға. 10 минуттан ҡапҡасты асып, тоҙон тикшереп ҡарарға мөмкин.
Тәмле булһын!