Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2022, 03:10

Шағирә күңелендә ниндәй хистәр ҡайнай?

Рәзилә Ырыҫҡужинаның бер нисә шиғыры менән таныштырып үтәбеҙ. Һирпелткән дә, иҫ-аңынан яҙып,Һоҡланғандыр үҙе кинәнеп.Зөһрә ҡалҡҡас, Ҡош юлынан ғынаҠайтып киткән тиҙәр, тиҙләнеп.Мин дә шулай, хыялымда ғынаҠош юлынан еләм яныңа.Устарыма алған ынйыларҙыЙондоҙ итер өсөн таңыңа.  

Шағирә күңелендә ниндәй хистәр ҡайнай?Шағирә күңелендә ниндәй хистәр ҡайнай?
Шағирә күңелендә ниндәй хистәр ҡайнай?

Шағирә, прозаик, журналист һәм юмореска оҫтаһы ул, Рәзилә Ырыҫҡужина. Фамилияһы әйтеп тороуынса, ул бик ырыҫлы ижадсы. Шиғырҙары хискә бай, журналист һүрәтләмәләрендә быға тиклем иғбибар итмәгән нәмәләрҙе шул тиклем оҫта итеп яңы яҡтан аса, хатта аптыраштан, шул ябайлыҡҡа тағы бер ҡарап ҡуяһың. Ә юморесткаларында ул көндәлек тормоштағы ваҡиғаларҙы, яныбыҙҙа йөрөгән кешеләрҙе үткер ҡәләме менән бер аҙ тәнҡитләп ала, яратып та ебәрә.

Шағирәнең бер нисә шиғыры менән таныштырып үтәбеҙ.

ҠОШ ЮЛЫНАН ЕЛӘМ ЯНЫҢА

Бәғер өтөп күҙ ҡыҫышҡан була –
Төнгө күктә йондоҙ парады.
Атылырға әҙерләнгән һымаҡ,
Анау йондоҙ миңә ҡараны!

Ә былары – уйнап күҙен ҡыҫа,
Етегәне әллә шул микән?
Сүмес тулы йәнле ынйыларын
Йыһан киңлегенә һирпелткән?..

Һирпелткән дә, иҫ-аңынан яҙып,
Һоҡланғандыр үҙе кинәнеп.
Зөһрә ҡалҡҡас, Ҡош юлынан ғына
Ҡайтып киткән тиҙәр, тиҙләнеп.

Мин дә шулай, хыялымда ғына
Ҡош юлынан еләм яныңа.
Устарыма алған ынйыларҙы
Йондоҙ итер өсөн таңыңа.

 

*  *  *

Мине уйҙарымдан урла бөгөн,
Буштан-бушҡа, эҙһеҙ, хәбәрһеҙ.
Үҙ-үҙемдән бәлки, ҡасалырмын,
Ундай уйҙар хәҙер ҡәҙерһеҙ.

Донъябыҙҙың ыҡсым мөйөшөндә,
Шәфәҡ ҡаршылайыҡ икәүләп.
Тел сисалһаң ғына асылырмын,
Әүерәтсе яйлап, әпәүләп...

Уйҙарымдан ҡанһыратып урла,
Үткәнемдән йәшер, бикләп ҡуй!
Нишләп һаман ҡыуалата икән,
Эй, ғазаплы, шымтыр, шешек уй?..
Зинһар, йөрәгемдән уны юй!..

 

ЯМҒЫР ИКӘН...

Әллә ямғыр, әллә күҙ йәштәре,
Тамды йомарланып сикәмә.
Ваҡһынмайса һиңә береккәнмен,
Албырғатып берүк ситләмә.

Әллә ямғыр, әллә күҙ йәштәре,
Алмаш-тилмәш яуа, тып та тып...
Иренсек көҙ беҙҙе айырырмы,
Башым әйләндереп, алйытып?..

 

Ҡуш ярҙар...

Күптән белгәйнеңме, ғүмерҙәрҙең
Йондоҙланып балҡыр мәле барын?..
Айға яҡын торһаң, йылғаларҙың
Ҡушып була икән ике ярын...

Яҙҙарҙың да йылдар ағышында
Һуҙылышы дауам, әйкәйем!
Сирен сәскәһенең хуш еҫенә
Әүрәгәндәй йәшел йәйкәйем.

Яҙҙың наҙы ғүмерҙәрҙе шулай
Онотторор булып шаяра...
Һөйөү ишек ҡаҡҡас, ҡапыл тертләп,
Эй, һоҡланған булдым ҡуш ярға...

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас