

Ваҡиға урынына килгән Рәсәй гвардияһы белгестәре шикле предметты тикшергәндән һуң, 105-се артиллерия снарядының шартлау хәүефе булыуын асыҡлаған. Бөтә хәүефһеҙлек талабын үтәп, ул карьерға, тораҡ пункттарынан алыҫ урынға сығарылған һәм юҡ ителгән.
Рәсәй гвардияһы снарядҡа, минаға йәки гранатаға оҡшаған әйберҙе тапҡанда һаҡ булырға, табышҡа яҡын килмәҫкә һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.
Фото: Т. Аманов