

«Минең еремдең тарихы» турына ярашлы, Мәсетле районынан 32 уҡыусы Өфө ҡалаһы тарихы музейына килде. Уҡыуҙа, спорт ярыштарында айырылып торған V – IX класс уҡыусылары ике көнгә баш ҡалаға килеү мөмкинлеге алды. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне: квеста ҡатнаштылар, оҫталыҡ дәресе ҡаранылар.
Октябрь аҙағына тиклем «Мәктәп туризмы» проекты буйынса Башҡортостанда 11 меңгә яҡын уҡыусының ял итеүе көтөлә. Ғаризалар мәктәптәрҙән һәм район бүлектәренән ҡабул ителә.
Фото: Т. АМАНОВ.