+21 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2022, 16:15
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ
Ил яҙмышы бөгөн ир өҫтөндә Боғаҙҙарҙы быуа, һулышты. Тыныс ҡына тормош көткән саҡта Милләтселәр асты һуғышты. Ир - егеттәр китә тағы яуға Илде һаҡлау ирҙәр бурысы. Сабырлыҡтар һорап күккә бағам Ҡағылмаһын, үлем һулышы. Ут эсенә керә улдарыбыҙ Именлеге өсөн илемдең. Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтһалар Һағыштары һыныр күңелдең. Һөлөк кеүек йәп - йәш егеттәрҙең Ғүмерҙәре күпме өҙөлдө. Меҫкен әсәләрҙең күҙҙәренән Йәшкәйҙәре әҙме түгелде. Ир - егеттәр күпме әрәм булды Етмәнеме Чечня, Афғаны?? Сабырлыҡтар бирсе Раббым Аллам Хәйерлегә булһын аҙағы. Майҙандарға сыҡҡан ата - әсә Оҙаталар ғәзиз улдарын. Күҙ йәштәрен түгеп доға ҡыла Ҡиблаларға һуҙып ҡулдарын. Хызыр Ильяс юлдаш булыр тием Фәрештәләр һаҡлар уларҙы. Әсә доғалары алып ҡалыр Еңеү яулап ҡайтыр улдарҙы. Баймырҙина Римма
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"