Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2022, 04:35

Өфөлә таксистың автомобилен урлағандар

Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Өфөлә таксистың  автомобилен урлағандарӨфөлә таксистың  автомобилен урлағандар
Өфөлә таксистың автомобилен урлағандар

Такси водителе Вологда урамындағы йорт ихатаһына килгән. Автомобиль салонындағы өс пассажир, таксист менән һүҙгә килешә. Уларҙың береһе, водителдең артҡы ишекте асырға сығыуынан файҙаланып, руль артына ултыра һәм билдәһеҙ йүнәлештә сығып китә. Асыҡланыуынса, автомобилде урлаусы бынан алда хөкөм ителгән 38 йәшлек Черниковка кешеһе була.

 

Ул автомобилдә Максимовка биҫтәһе яғына йүнәлгән. Һуңғараҡ машина Ереван урамындағы торлаҡ шәхси йорттар эргәһендә табылған, ә енәйәт ҡылыусы яҡындағы ҡыуаҡтар араһына ҡасҡан.

Әле был хәл буйынса тикшереү эштәре бара. Автомобилде урлап алып китеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас