Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2022, 12:45

Юл фажиғәләре - 26 сентябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ете кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 26 сентябрьЮл фажиғәләре - 26 сентябрь
Юл фажиғәләре - 26 сентябрь

Кисә киске сәғәт етенселә Бөрө ҡалаһының Столяров урамында 40 йәшлек ир "Opel Zafira" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән. Вводитель алған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Хөрмәтле водителдәр, юл шарттарын иҫәпкә алып, тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ. Һауа шарттары үҙгәрә, ҡайһы бер осраҡтарҙа күреү мөмкинлегенең насарайыуы ихтимал, шуға ла юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Бар юлдар ҙа хәүефһеҙ булһын!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас