

- Беренсе урынға Белорет районының Инйәр ауылында йәшәүсе Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы һәм Рәсүл Байдәүләт улы Яҡшыдәүләтовтар лайыҡ булды. Фотоһүрәттә тап улар урын алған.
- Икенсе урынды Мәстүрә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Моратова алды.
- Өсөнсө урынға Бөрйән районының Брәтәк ауылында йәшәгән 92 йәшлек Ғилметдин олатай Ситдиҡов лайыҡ булды.
- Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе Гәүһәр Бәғәҙәт ҡыҙы Вәлләмоваға дүртенсе урын бирелде.
- Федоровка районының Яңы Яуыш ауылы ағинәйе, 93 йәшлек Миңлевафа Ғәлләметдин ҡыҙы Малиҡова бишенсе урында лайыҡ булды.
Тәүге урындарҙы алыусылар тураһында фотоһүрәтләмә был аҙнаның гәзитендә урын аласаҡ.
Ярышта ҡатнашҡан инәй-олатайҙарҙың, әбей-бабайҙарҙың барыһын да Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, тыныс тормош, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең игелеген һәм изгелеген күрергә насип булһын! “Йәшлек”те уҡып, йәш булып ҡалығыҙ!
Ошоноң кеүек ижади конкурстарҙы беҙ гәзиттең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә йыш уҙғарабыҙ. Ҡатнашығыҙ, тауыш бирегеҙ, таратырға ярҙам итегеҙ, дуҫыбыҙ булығыҙ!
Һүрәттә: Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы һәм Рәсүл Байдәүләт улы Яҡшыдәүләтовтар