

Бөгөн төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Республиканың төньяҡ-көнсығышында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, таулы райондарҙа ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 8–13 градус, төньяҡ-көнсығышта 4 градус йылы.
28 сентябрҙә лә бер аҙ ямғыр, төньяҡ-көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 2–7 градус йылы, урыны менән 0–3 градусҡа һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ – 8–13 градус йылы, төньяҡ-көнсығышта 4 градус йылы.
Фото: Т. Аманов