Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2022, 10:35

Герой табылды

 БТР-ҙы урлаған, етмәһә әсирлеккә алып, “тел” сығарған.  

Герой табылдыГерой табылды
Герой табылды

Фәнис Хөсәйенов Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Ауыл хужалығы колледжын тамамлаған, тракторсы һөнәрен үҙләштергән. 2016–2017 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән.

Ул быйыл июнь айында ирекмән булып хәрби операцияла ҡатнашырға китә, «Барс 17» батальонында, 3-сө ротала хеҙмәт итә. Билдәле булыуынса, егеткә 3 сентябрҙә  махсус задание йөкмәтелә. Һалдатҡа  НАТО-ға эшләгән «тел»де  алыу бурысы ҡуйыла. Операция барышында яҡташыбыҙ  хәрби бәрелешкә эләгә. Фәнис ете кешенең  икәүһен юҡ итә, берәүһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡасып өлгөрә. Ул  әсир ителеүсе менән дошмандың  БТТ-ын алып үҙебеҙҙекеләргә сығара.

   5 сентябрҙә беҙҙең һалдаттарҙың  базаһына Американың «Хаймарс» ракеталары  менән һөжүм итәләр. Снаряд  УАЗ автомобилен ремонтлаған бинаға эләгә. Был ваҡытта  транспортты йүнәтеп ятҡан Фәнистең яҡташын  ярсыҡ  яралап, контузиялана. Фәнис үҙе лә контузия ала. Геройыбыҙ яҡташын емереклектәр аҫтынан сығарып, шунда уҡ хәрби госпиталгә алып китә.

Бер тәүлектән һуң биләгән позицияға дошман йәнә һөжүм итә. Хәрби бәрелештә «Ставрополь» ҡушаматлы генерал-майор яралана, уны ла Фәнис үҙе алған БТР-ҙа алып сыға.

    Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙға ял бирелә. 18 сентябрҙә ул тыуған төйәгенә ялға ҡайтҡан. Иртәгә Фәнис Хөсәйенов яңынан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу өсөн юлға сыға.

 

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас