Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2022, 17:15

Балағыҙҙың кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар бармы?

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 8 айында юлдарҙа 582 тапҡыр йәйәүлеләрҙе бәрҙергәндәр, 50 кеше һәләк булған, 560 кеше йәрәхәтләнгән, шул иҫәптән ике баланың да ғүмере ҡыйылған, 125 бала төрлө йәрәхәттәр алған. 

Балағыҙҙың кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар бармы?Балағыҙҙың кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар бармы?
Балағыҙҙың кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар бармы?

Көндәр ҡыҫҡарыу менән юлдарҙа хәүеф бермә-бер арта: балалар йыш ҡына мәктәпкә ҡараңғы мәлдә бара һәм ҡараңғы ваҡытта ҡайта. Уларҙың кейемендә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын. Ата-әсәләрҙең төп бурысы - балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү! 

Юлда хәүефһеҙлек һәр кемдән ҡала. Водителдәргә йәйәүлеләр үткәүеле янында тиҙлекте кәметергә, ә йәйәүлеләргә юл аша тик билдәләнгән урындарҙан ғына үтергә кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: "Тәүҙә һулға ҡарарға, шунан - уңға"!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас