

Республикала майҙандарҙың 96 проценты һуғылған, был 1 миллион 678 мең гектар, тулайым төшөм 4 миллион 916 мең тонна тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Стәрлетамаҡ (291 мең тонна) һәм Илеш (234 мең тонна) райондары игенселәре ярты миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған.
Иген йыйыуҙы тамамлаған хужалыҡтар көнбағышҡа күсә. Быйыл был май бирә торған культураның сәсеү майҙандары 15 процентҡа арттырылды. Төбәктең һигеҙ районында эш башланған, әлегә көнбағыш менән дүрт мең гектарҙан ашыу ер йыйып алынған, йәғни бөтә сәсеү майҙанының 1,5 проценты.
Фото: Т. Аманов