Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2022, 10:40

Мәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесе асыҡланды

Рәсәй Тәфтиш комитеты Ижевскиҙағы 88-се мәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесен асыҡланы. Ведомство хәбәр итеүенсә, ул ошо мәктәпте тамамлаған 34 йәшлек Артем Казанцев булып сыҡҡан.

Мәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесе асыҡландыМәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесе асыҡланды
Мәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесе асыҡланды

Әле тәфтишселәр ирҙең йәшәгән урыны буйынса тентеү үткәрә, уның шәхесен, ҡарашын һәм тирә-яғын өйрәнә. Шулай уҡ уның неофашистик ҡараштарға һәм нацист идеологияһына бирелгәнлеге тикшерелә.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Ижевскиҙа 88-се мәктәптә атыш һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр буйынса мәғлүмәттәрҙе аныҡланы. Ведомство хәбәр итеүенсә, 13 кеше һәләк булған: улар араһында 6 өлкән кеше, шулай уҡ 7 бәлиғ булмаған бала бар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас