

Иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районында, Олокүл-Ҡабаҡ-Һыуыҡ шишмә юлының 13-сө саҡрымында, Стәрлетамаҡтан 46 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында юлдан осҡан.
Водитель алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Киске сәғәт туғыҙҙа Бәләбәй районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 7-се саҡрымында, Миәкә районынан 72 йәшлек ир "Toyota RAV4" машинаһында 60 йәшлек ҡатынды тапаған.
Фажиғә һөҙөмтәһендә ҡатын һәләкәт урынында йән биргән. Әле хәлде тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.