Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября 2022, 12:10

Водитель һәләк булған...

Бөгөн Ишембай районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Водитель һәләк булған...Водитель һәләк булған...
Водитель һәләк булған...

Авария Стәрлетамаҡ-Ишембай автомобиль юлының 1-се саҡрымында булған. Әлегә билдәле булыуынса, "Рено Логан" һәм "Шевроле Авео" машиналары бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Рено" водителе алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. "Шевроле" водителенә һәм уның ике пассажирына, шул иҫәптән 12 йәшлек балаға, медицина ярҙамы талап ителгән. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Водитель һәләк булған...
Водитель һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас