

Авария киске сәғәт ете тирәһендә Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 50-се саҡрымында булған. Әлегә билдәле булыуынса, 53 йәшлек ир "Лада Приора" машинаһында юлдан осоп, бетонға барып бәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель һәм уның пассажиры ауыр йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.