

Әҙерләү ваҡыты – 45 – 50 минут
Маринадлау ваҡыты – 20 – 25 минут
Кәрәкле аҙыҡ-түлек: дүрт порция өсөн 500 г кефир, дүрт тауыҡ бото, дүрт картуф, үҙегеҙгә оҡшаған йәшел тәмләткестәр, тәменсә тоҙ, борос, дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, дүрт черри помидоры, бер аҙ зәйтүн майы.
Әҙерләү: Иң тәүҙә маринад эшләргә. Бының өсөн һарымһаҡты ваҡлап (ике тырнаҡ), кефирға ҡушырға, тоҙлап, борослап, тәмләткестәр һалырға. Итте 20 – 25 минут маринадларға.
Картуфты әрсеп, телгеләп бешереү өсөн формаға һалырға. Уға зәйтүн майы, тоҙ, борос, тәмләткестәр, ҡалған һарымһаҡты иҙгеләп өҫтәргә. Картуфҡа тауыҡ итен һалып, өҫтөнә маринад ҡойорға. Иң өҫкә помидорҙы турап һалырға.
200 градус эҫелектәге духовкала 45 минут тирәһе бешерергә.
Тәмле булһын!