Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2022, 18:50

Өфөлә ике йәшлек ҡыҙыҡай тәҙрәнән ҡолап төшкән

Бөгөн Өфөлә Баргузин урамы, 19/1 адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатынан ике йәшлек ҡыҙ ҡолап төшкән. Был хаҡта баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итәләр.

Өфөлә ике йәшлек ҡыҙыҡай тәҙрәнән ҡолап төшкәнӨфөлә ике йәшлек ҡыҙыҡай тәҙрәнән ҡолап төшкән
Өфөлә ике йәшлек ҡыҙыҡай тәҙрәнән ҡолап төшкән

Был хәлгә уның тышта өлкән балалары менән йөрөгән атаһы шаһит булған. Ҡыҙ был ваҡытта әсәһе менән генә өйҙә булған. Ир шунда уҡ ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Бейеклектән осҡан бала иҫән ҡалған һәм дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас