Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 16:30

Юл фажиғәләре - 22 сентябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун ике автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек эсендә 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 32 иҫерек водителде тотҡан (уларҙың дүртәүһе эскән килеш икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 22 сентябрь
Юл фажиғәләре - 22 сентябрь

Кисә төнгө сәғәт өс тирәһендә Стәрлетамаҡ районында водитель таныҡлығы булмаған 31 йәшлек ир "ВАЗ-2109" машинаһында юлдан осҡан. Аварияла пассажирҙың, 15 йәшлек ҡыҙҙың, аяғы һынған. Водитель медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан. Билдәле булыуынса, транспорт сараһын ул таныш ҡатындан һатып алған, әммә билдәләнгән тәртиптә теркәмәгән.

Фото: БР ЮХХДИ

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в