Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 17:15

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осраҡтарының күпселек өлөшө тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килеүе тураһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күпме иҫкәртмәһен, күпселек яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар ҡуймай йөрөүен дауам итә.

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итә
Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Төрлө тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, йәйәүлеләр яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар (фликерҙар) йөрөткәндә, уларҙың транспорт аҫтында ҡалыу хәүефе 6,5 тапҡырға кәмей.

Водитель яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементы булған йәйәүлене алыҫтан күрә (30 метр урынына – 150 метр алыҫлыҡтан). Алыҫҡа яҡтыртҡан фарҙар фликер таҡҡан йәйәүлене 400 метрҙан уҡ күрергә мөмкинлек бирә. 

Балаларығыҙҙың кейемендә, ҡул суғында, беләгендә, рюкзагында мотлаҡ фликерҙар булһын, хөрмәтле ата-әсәләр. Был ғүмерҙе, һаулыҡты һаҡлауға тиң.

Әйткәндәй, баланың буйы 140 сантиметрға тиклем булһа, фликер уның рюкзагында, еңенең өҫкө өлөшөндә, баш кейемендә урынлашһын.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, иң ҡулайлы вариант дүрт фликерҙан тора: кейемдең алғы яғында, арҡала һәм еңдәрҙә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в