Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 16:45

Страховка түләүҙәрен алыу өсөн фиктив авариялар ойошторғандар

Стәрлетамаҡта страховка түләүҙәрен алыу өсөн фиктив юл-транспорт ваҡиғаларын ойошторған биш кешене тотҡандар. Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итеүенсә, яҡынса 13 фиктив юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә страховка компанияларына ике миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән.

Страховка түләүҙәрен алыу өсөн фиктив авариялар ойошторғандар
Страховка түләүҙәрен алыу өсөн фиктив авариялар ойошторғандар

Ялған авариялар кеше булмаған ерҙәрҙә ҡылынған. Аварияларҙы енәйәтсел схемала ҡатнашыусыларҙың береһе видеорегистраторға теркәп, "осраҡлы шаһит" булараҡ сығыш яһаған. Страховка аҡсаларын ошо схеманы ойошторған кешегә биргәндәр, ә алмашҡа үҙҙәренең машиналарына иң арзан косметик ремонт яһатып, 5-15 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк алғандар.

Ғәйепләнеүселәрҙән һигеҙ автомашина һәм документтар тартып алынған. Уларға ҡарата "страховкалау өлкәһендәге мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Фото: Башҡортостан хәбәрҙәре.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в